+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Сентябрь 2019, 12:52

"Северсталь" командаһы һаҡсылары шәп булдылар.

Череповец ҡалаһында "Салауат Юлаев" урындағы "Северсталь" командаһы менән осрашты.

Беҙҙең командаға әлле күҙ тейгән? 4:3 иҫәп менән юлавсылар еңелде. "Северсталь" хоккейсылары шәберәк йүгерҙе, тиҙерәк йыйылды һәм һөжүмселәренә ҡарағанда һаҡсылары күберәк гол индерҙе. Юлаевсыларҙан Владислав Картаев, Павел Коледов һәм Тему Хартикайнен берешәр мәрәй килтерҙеләр.

1 октябрь ҘУР ХОККЕЙ Өфөгә килә. "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев"та Түбәнге Новгород ҡалаһынан "Торпедо" "ҡунаҡ" була.


Фото: ХК "Северсталь"
Читайте нас: