+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2019, 17:10

"Ағизел" хоккей командаһы ҡыҙҙары ла Түбәнге Новгород командаһын еңделәр.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының чемпионатында беҙҙең "Ағиҙел" командаһы Түбәнгә Новгородтың "СКИФ"ың 1:2 иҫәбе менән еңде.

Дүртенсе тапҡыр Өфөнәң хоккейсы ҡыҙҙары еңеүгә өлгәште. Беренсе осор бер командаҙа ла мәрәй килтермәне. Икенсе осор "СКИФ"тар һөжүмсеһе Ландыш Фәләхова иҫәпте аса. Ләкин өсөнсө осор беҙҙең ҡыҙҙар ике гол индерҙеләр. "Ағиҙелд"әрҙең хоккейсылары Ольга Соснина менән Алена Миллс беҙгә еңеү килтерҙеләр.
Ҡотлайбыҙ, афарин ҡыҙҙар!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" командаһы ла Түбәнгә Новгородтан "Торпедо"ны еңгән ине.

фото: ЖХК "Агидель"
Читайте нас: