Беренсе осорҙың өсөнсө минутында Линус Умарк беҙҙең командаға бер мәрәй килтерҙе. Ләкин "Торпедо" осор аҙағында иҫәпте тигеҙләй. Икенсе осор юлаевсыларҙың йондоҙло осоро булды. Тему Хартикайнен икенсе гол индерҙе. Шунан Филип Ларсен ике минут эсендә ике гол индерҙе. Өсөнсө осорҙа иһә Өфө командаһының йәш уйынсыһы Данил Алалыкин бишенсе голдың авторы булды.
Шулай итеп 5:1. "Салауат Юлаев" был юлы еңеүсе!
Киләһе уйын 4 октябрь. Беҙҙең "ҡунаҡ" Череповецтан "Северсталь".
28 сентябрь "Салауат Юлаев" Череповецта "Северсталь" менән осрашты. Беҙ 4:3 иҫәп менән еңелдек. "Бурысты" ҡайтарып булыр микән?