+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2019, 18:23

2021 йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә

Турнир уйындары «Өфө-Арена»ла һәм Өфө спорт һарйында була.

2021 йылда Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Был хаҡта журналистарға Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һөйләне, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.Турнир уйындары «Өфө-Арена»ла һәм Өфө спорт һарйында була, тип билдәләне ул.
«Ҡарар ҡабул ителде, 2021 йылда донъя чемпионаты йөҙ процентҡа Өфөлә ойошторола. Бөтә ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡсыл ҡабул итеү өсөн мөмкин булғандың барыһына да эшләрбеҙ», — тине Владислав Третьяк.
Рәсәй хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатын беренсе тапҡыр үткәрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда Өфө ир-егеттәр командалары араһында йәштәр донъя чемпионаты ҡабул итте. 2014 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр клубтары командалары араһында Донъя кубогы уҙҙы.
Читайте нас: