+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь 2019, 10:38

"Салауат Юлаев" "Витязь" командаһын еңде

Мәскәү өлкәһендә Өфө хоккей командаһы уңыш алып ҡайтты. Яңыраҡ ҡына тыуған көнөн үткәргән Никита Сошников ике гол индерҙе.

14 октябрь Никита Сошниковҡа 26 йәш тулды, ә 15 октябрь ул үҙенең командаһына ҙур бүләк эшләне. "Витязь" - "Салауат Юлаев" - 1:2. Ике голдын да авторы Никита Сошников. Афарин.

Беҙҙең команданың киләһе уйыны 19 октябрь Өфөлә үтә.

"Өфө-Арена" шығырым тула була тип уйлайым, сөнки беҙгә Каҙандан "Аҡ Барс" килә!


Никита Сошников, гол индергән мәле.

Скрин КХЛ ТВ

Читайте нас: