Шуның иҫәбенә физик культура буйынса беренсе һаулыҡ төркөмө үҙ рәтен 3,8% алып 21,2% тиклем тулыландырҙы.
«Төп төркөмдә уҡыусыларҙың медицина күрһәткесе 13,6% яҡшырҙы, — тип аңлатты республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. — Хәтерегеҙгә төшөрәм, был – Рәсәй Спорт министрлығының бер нисә төбәктә индерелгән пилот проекты».
2019 йылда Башҡортостан балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға һәм уларҙың һаулыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектын да башлап ебәрҙе. Бөгөн унда республиканың 16 мәктәбе ҡатнаша: һигеҙе – Өфөлә, ә ҡалған һигеҙе – ҡалаларҙа һәм райондарҙа.
«Көрәш өсөн генә түгел, ә гимнастика һәм бергә-бер алыштың башҡа төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән спорт залдарын тәртипкә килтереү эштәре бара», — тип билдәләне Хәбибов.
Республика Спорт министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанға «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектына ярҙам күрһәтеүгә, атап әйткәндә, залдарҙы реконструкциялауға — 27,6 миллион һум, ә «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектына 7,8 миллион һум кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо программаларҙы артабан үтәүгә ризалыҡ бирҙе.