"Өфө-Арена" боҙ һарайы шығрым тулы булды. Был осрашыуҙы күптәр талпынып көттө. Беренсе осор ике командаға ла мәрәй килтермәне. Ә бына икенсе осорҙоң беренсе минутында Линус Умарк беҙҙең командаға бер мәрәй килтерҙе. Күп тә үтмәй "Аҡ Барс" һөжөмсөһе Альберт Яруллин иҫәпте тигеҙләй. Юлаевсылар оҙаҡ көттөрмәй. Дүрт минутта үтмәй Евгений Лисовец "Салауат Юлаев"ты алға сығара. Осрашыуға бер минут ҡалғанда "Аҡ Барс" ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштыра, ләкин "Салауат Юлаев" өлгөр булып сыға. Уйын бөтөүгә ете секунд ҡалғанда Александр Кадейкин Ҡазан командаһының буш ҡапҡаһына тағы бер гол индерә.
Йәшел дерби был юлы беҙҙеке булды.
22 октябрь Өфөлә "Салауат Юлаев" Омск ҡалаһының "Авангард" командаһы менән осраша. #Ҙур хоккей - Өфөлә!
фото: "Салауат Юлаев" хоккей командаһы сайтынан