Еңеүсегә Чемпион кубогы һәм республика башлығынан 150 меңлек аҡсалата бүләк тапшырылды. Ҡорбанаевтар ғаиләһе аҡсаны яңы аттар өсөн тотонорға, ә Динискә яңы мобиль телефон һатып алырға ниәтләй.
Йәш чемпионда ат сабышына ҡарата һөйөүҙе атаһы тәрбиәләгән. Ул - йылҡысы, бер йәшенән үк улын үҙе менән бергә һыбай йөрөткән. Динистең әсәһе һөйләүенсә, улы аттарҙан тыш (хужалыҡта улар 20-нән ашыу), эт-бесәйҙәрҙе лә ярата. Эйәһеҙ хайуандарҙы өйөнә алып ҡайта һәм ата-әсәһен уларҙы үҙҙәрендә ҡалдырыуҙы һорай. Шуға күрә хәҙер Ҡорбанаевтар йортонда бер нисә эт һәм бесәй йәшәй.
Мәктәпте тамамлағас, Динис ветеринарға уҡырға һәм ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итергә йыйына.