Юлаевсыларҙың һөжөмсөһе Сакари Маннинен Линус Умарктан осоп килгән шайбаға сәкәнен ҡуя һәм мөғжиҙәле гол индерә. 1:1 иҫәп менән командалар овертаймға сыға. Ләкин был осор ҙа ла еңеүсе табылмай. Артабан буллит йәки хоккейсылар әйтеүенсә ҡапҡа һаҡсылары алышы булды. Юлаевсыларҙаң тик Дмитрий Кугрышев "Авангард" ҡапҡаһының төбөнә етә алды. Омск хоккейсылары иһә беҙгә өстө индерҙеләр. Шулай итеп буллитар буйынса Өфө командаһы еңелде. Иҫәп 1:2.
Быйылғы КХЛ беренселегендә Омск хоккейсылары Өфө командаһын ике тапҡыр еңеп тә ҡуйған икән.
24 октябрь "Өфө-Арена" боҙ һарайында юлаевсылар Мәскәү өлкәһенең "Витязь" командаһы менән осраша.