+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2019, 23:33

Никита Сошников - "Витязь" хоккейсыларының ҡурҡыныс төшө

Бөгөн "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" хоккей командаһы "Витязь" менән осрашты. Уйын овертаймға тиклем барып етте.

Мәскәү өлкәһенән килгән ҡунаҡтарҙы юлаевсылар эҙерләнеп ҡаршы алды. Белгестәр әйтеүенсә "Витязь" беҙҙең һөжүмсе Никита Сошниковтан шөрләне. Һәм юҡҡа булмаған. 15 октябрь Мәскәү өлкәһендә "Салауат Юлаев" "Витязь" менән осрашты ла 1:2 иҫәбе менән еңде. Ике голдын авторы Никита Сошников булды. Бөгөн иһә шул уҡ хәл ҡабатланды. Бомба бер воронкаға эләкмәй тиһәләр ҙә бөгөнгө осрашыу ҙа 2:1 менән тамамланды. Беҙекеләр тағы еңеүсе булып сыҡты һәм тағы ла ике голды Никита Сошников индерҙе!

Киләһе уйын Белорусь республикаһының баш ҡалаһында 27 октябрь була. "Салауат Юлаев" - "Динамо" (Минск)

Фото: ХК Салават Юлаев
Читайте нас: