+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Октябрь 2019, 23:43

"Салауат Юлаев" күпселектең файҙаһын күрергә өйрәнде шикелле

"Минск-Арена" боҙ һарайында юлаевсылар урындағы "Динамо"ны овертаймда еңде. Төп ваҡыттағы уйында ике голды ла беҙҙең команда күпселек тәшкил иткәндә индерҙе.

"Динамо" Мн - "Салауат Юлаев". 2:3 от. Белорусь республикаһы хоккейсылары уйынды бик уңышлы башлап ебәрҙе. Беренсе осорҙа бер мәрәй, икенсе осорҙы тағы бер мәрәй. 2:0 иҫәбе менән Өфө командаһы еңелеп барҙы, ләкин "Динамо" уйынсылары штраф ала башлау менән "Салауат Юлаев" иҫәпте тигеҙләп уйынды өҫтәлмә ваҡыт осорона барып еткерҙе. Бында иһә Дмитрий Кугрышев беҙҙең командаға еңеү килтерҙе.

Төп ваҡытта Никита Сошников менән Александр Бурмистров берешәр мәрәй килтерҙеләр.

Афарин! Салауат - алға!

29 октябрь "Салауат Юлаев" Сочи ҡалаһында урындағы команда менән осраша.

Читайте нас: