КХЛ-дың көнбайыш конференцияһының аутсайдерына беҙҙекеләр еңелде. Беренсе осорҙа бик шәп башлаған юлаевсылар аҙаҡҡы осорҙа хәлдәре бөттө. Берҙән бер мәрәй беҙҙең командаға Александр Кадейкин килтерҙе. "Сочи" хоккейсылыра "Салауат Юлаев"ҡа өс гол индерҙе. Өсөнсеһе беҙҙең буш ҡапҡаға, сөнки уйындың һуңғы минутында Юха Метсола алтынсы һөжөмсегә алмаштырылды. Ярай, бер еңәбеҙ, бер еңеләбеҙ. Плей-Офф уйынында ғына еңелмәйек!