-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Октябрь 2019, 14:36

Башҡортостандан 13 йәшлек спортсы каратэ буйынса Европа чемпионы исемен яуланы

Ҡыйғы районынан 13 йәшлек Минара Шахбанова Португалияла, киокушин каратэ буйынса 33-сө Европа чемпионатында (KWF — The 33rd KWF European Kyokushin Karate Championship) Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһап, Европа чемпионы булды.

Ярыштар Порту ҡалаһында уҙҙы. Чемпионатта Европаның 20 иленән спортсылар ҡатнашты. Рәсәйҙән — 14 кеше, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы ауылынан «Батыр» клубы тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова. Ул, бөтә дәғүәселәрен лайыҡлы еңеп, беренсе урынды яуланы.
«Беҙ тәүҙән үк, хатта ошо ярыштарға әҙерләнгәндә, беренсе урын алыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, — тине тренер Артур Хөснөтдинов. — Минараны тотош район, класташтары, ата-әсәһе һәм «Батыр» клубы тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Минараның атаһы ҡыҙын ярыштарға оҙатҡан саҡта: «Бөгөн һине әсәйең оҙата, ә һин бөтә район ҡаршы алһын өсөн тырыш», — тигәйне. Уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты».
Читайте нас: