-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Ноябрь 2019, 02:49

"Динамо" үтә тешле булып сыҡты

Сочила ла уңманыҡ, Мәскәүҙә лә еңелдек. "Салауат Юлаев" еңелеп тик йөрөй.

Ошо көндәрҙә "Салауат Юлаев" хоккей командаһы "ҡунаҡта" уйнай. Яңыраҡ Сочи ҡалаһы хоккейсыларына еңелһә бөгөн Мәскәүҙең "Динамо" командаһына 4:1 иҫәбе менән еңелде. Беҙҙең команданан берҙән-бер гол авторы - Григорий Панин.

КХЛ беренселегенең көнсығыш таблицаһында юлаевсылар 29 мәрәй менән бишенсе урында килә.
Киләһе уйын 3 ноябрь "Өфө-Арена" боҙ һарайында Минск ҡалаһының "Динамо" хоккейсылары менән. Һуңғы осрашыуҙа "Салауат Юлаев" 2:3 иҫәбе менән еңеп ҡайтҡан ине белорус командаһын. Ә хәҙер иһә #Ҙурхоккей Өфөлә була!

Читайте нас: