+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2019, 17:22

"Салауат Юлаев" командаһы әле ял итә

Еврохоккейтур - Карьяла Кубогын үткәреү сәбәпле КХЛ беренселегендә ваҡытлыса ял. "Салауат Юлаев" командаһының биш уйынсыһы үҙ иленең йыйылма командаһында уйынай.

Бөгөнгө көндә "Салауат Юлаев" командаһы КХЛ беренселегенең көнсығыш турнир таблицаһында 31 мәрәй менән 4 урынды биләй. Беҙҙең алда "Аҡ Барс", "Авангард" һәм "Себер" командалаыры. 3 ноябрь "Өфө-Арена" боҙ һарайында нимә булғанын иҫләйһегеҙҙер? 9:1 иҫәп менән Өфө командаһы еңде! Ошо иң ҙур иҫәпме тип күптәр уйлаһалар - дөрөҫ түгел. Сөнки 2017 йыл "Салауат Юлаев" - "Сочи" осрашыуы 11:3 иҫәбе менән тамамланған ине.
12 ноябрь юлаевсылар Латвияла урындағы "Динамо" командаһы менән осрашасаҡ.
фото: "Башинформ"

Читайте нас: