+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ноябрь 2019, 14:45

Семен Елистратов Донъя кубогының өсөнсө «алтын» миҙалын яуланы

Семен Елистратов Төньяҡ Америкала үткән Донъя кубогының өсөнсө алтын миҙалын яуланы.

Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, олимпия чемпионы Семен Елистратов Төньяҡ Америкала үткән Донъя кубогының өсөнсө алтын миҙалын яуланы.

11 ноябргә ҡарай төндә Канада иленең Монрель ҡалаһында спортсы, Көньяҡ Корея вәкилдәрен Пак Ин Укты һәм Пак Чи Вонды артта ҡалдырып, 1000 метрлыҡ арауыҡта беренсе булып килде.

«Шулай уҡ Семен Елистратов ир-егеттәр йыйылмаһы составында Денис Айрапетян, Александр Шульгинов һәм Павел Ситников менән бергә 5000 метрлыҡ эстафетала бронза миҙал яуланы», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Спорт министрлығында.

Ә 3-5 ноябрь Америка ҡушма штатының Солт-Лейк-Сити ҡалаһында үткән ярыштырҙа Семен Елистратов 1500 һәм 5000 метрлыҡ арауыҡта беренсе алтындарын алған ине.

Фото https://www.livesport.ru/ сайтынан

Читайте нас: