+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2019, 13:00

Иң көслөһө тип иҫәпләнгән "ЦСКА"-ны ла ҡыйраттыҡ

Юлаевсылар кисә Мәскәүҙә "ЦСКА" командаһы менән уйнаны. Матч бик ҡыҙыу барҙы, командалар сағыу уйын күрһәтте.

Юлаевсылар кисә Мәскәүҙә "ЦСКА" командаһы менән уйнаны. Матч бик ҡыҙыу барҙы, командалар сағыу уйын күрһәтте.
Беҙҙекеләр иң беренсе булып мәскәүҙәрҙең ҡапҡаһына шайба индерһә (Филип Ларсен), 25 секундтан һуң ҡаршы яҡтың һөжүмсеһе Андрей Светлаков беҙгә гол "сәпәне", тағы өс минуттан ул тағы берҙе шайба индерҙе. Тәүге осор беҙҙекеләр өсөн еңелеү менән тамамланыр ине, әгәр ҙә беҙҙең фин Сакари Маннинен иҫәпте 2:2 менән тигеҙләп ҡуймаһа.
Икенсе осор тыныс үтте, ә өсөнсөһө юлаевсылар файҙаһына 3:0 менән тамамланды. Михаил Пашнин, Максим Майоров, Дмитрий Кугрышев "ЦСКА" командаһының ҡапҡаһын боҙло-осҡонло атакала тотто ғына!
Һөҙөмтәлә "Салауат Юлаев" аҙаҡҡы һигеҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр "ЦСКА"ны Мәскәү боҙонда еңде. Иҫәп - 5:2.
Әйткәндәй, быға тиклем беҙҙекеләр Рига "Динамо"һын 1:2 (ОТ) иҫәбе менән еңгәйне. Афарин, "Салауат Юлаев"! Алға, "Йәшел машина"! Алда беҙҙе Ярославль "Локомотив"ы менән ҡыҙыҡлы уйын көтә!
Читайте нас: