+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2019, 15:30

"Салауат Юлаев" көнсығыштан килгән ике команданы ла еңде

"Салауат Юлаев" хоккей командаһының яңы тарихы. Линус Умарк Александр Радуловтың рекордын үтте.

20 ноябрь “Өфө-Арена” боҙ һарайында “Салауат Юлаев” Ҡытайҙын “Куньлунь Ред Стар” командаһын 1:0, ә 22 ноябрь иһә Хабаровск ҡалаһының “Амур” хоккейсыларын 5:3 иҫәбе менән еңделәр. Быйылғы КХЛ-дың беренселеген юлаевсылар “Куньлунь Ред Стар” командаһы менән уйнай башлаған ине. Ҡытай командаһы менән беренсе осрашыу беҙҙең өсөн еңелеү менән тамамланды, ләкин киләһе өс уйында ла Өфө хоккейсылары алдынғыны бирмәне.
"Салауат Юлаев" хоккей командаһының яңы тарихы ла “Амур” менән осрашҡанда яҙылды. Линус Умарк 300-се мәрәй алып Александр Радуловтың рекордын үтте.
24 ноябрь “Өфө-Арена” боҙ һарайына билеттар бөткән, сөнки бында йәшер дерби буласаҡ. “Салауат Юлаев” – “Аҡ барс”. Осрашыу Өфө ваҡыты менән сәғәт 16.30 башлана.
Фото: todaykhv.ru
Читайте нас: