Хәтерегеҙҙәлер 19 октябрь? Юлаевсылар “Аҡ барс”ты 3:1 менән еңеп ҡайтарған ине. 24 ноябрь 3:4 менән еңелделәр. Беренсе осор Өфө хоккейсылары уяна алмай йөрөгән кеүек ине, шуға ла ике мәрәй “Аҡ барс” командаһына. Икенсе осор беҙҙең команда бер генә гол индерҙе. Өсөнсө осор иң көсөргәнешлеһе булды. Ҡаҙан командаһы бер, юлаевсылар ике мәрәйгә эйә булды. Иң мөһиме уйын тамамланыуға 6 секунд ҡалғанда Никита Сошников иҫәпте тигеҙләй. Өстәлмә ваҡытта ла еңеүсе билдәләнмәй.