Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән спорт комплексы һалыу өсөн 446,5 миллион һумлыҡ килешеү төҙөй. «Дортрансстрой» дәүләт заказсыһы аукционында ҡатнашты һәм контракттың башланғыс хаҡын 17,5% кәметергә тәҡдим итте. Тәүҙә ул 541,27 миллион һум ине.
Объекттың дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ була. Шул иҫәптән яҡынса 7 мең квадрат метрын — физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 1,1 меңен ҡунахана биләйәсәк, тип хәбәр итә РБК.
Әҙер объектты 2021 йылдың 30 ноябренә тапшырыу ҡаралған.
Спорт гимнастикаһы үҙәге тренажер залын, халыҡ-ара ярыштар өсөн сертификациялы ярыш залын, ҡунаҡхананы һәм реабилитация үҙәген үҙ эсенә алырға тейеш.