+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Декабрь 2019, 13:55

Учалы ҡалаһының "Ирәмәл" спорт клубы тәрбиәләнеүселәре һынатманы

Рязань ҡалаһында Халыҡ-ара һуғыш сәнғәте уйындары комитеты сиктәрендә (IMGC), каратэ WKC буйынса донъя кубогының команда ярыштарының II этабы үтте.

14-15 декабрҙә Рязань ҡалаһында Халыҡ-ара һуғыш сәнғәте уйындары комитеты сиктәрендә (IMGC), каратэ WKC буйынса донъя кубогының команда ярыштарының II этабы үтте. Был ярышта Учалы ҡалаһының "Ирәмәл" спорт клубы тәрбиәләнеүселәре лә уңышлы ҡатнашты.
Дарина Хөсәйенова (9 йәш), Ринат Мостафин (14 йәш) - алтын миҙалға; Рамаҙан Кәлимов (7 йәш), Ринат Һабанбаев (тренер, клуб директоры) - көмөш миҙалға; Милена Сафина (5 йәш), Дарья Медведева (13 йәш), Рената Һабанбаева (13 йәш), Оскар Һабанбаев (13 йәш), Рөстәм Ҡарасурин (тренер) - бронза миҙалдарына лайыҡ булдылар.
Көсөргәнешле ярыштарҙа Учалы балалары үҙҙәрен һынатманы. Ҡотлайбыҙ! Ошо ярышҡа балаларҙы әҙерләп алып барған клуб тренеры Рәмил Хөсәйеновҡа, Рөстәм Ҡарасуринға, Руслан Әхмәҙиевҡа һәм клуб директоры Ринат Һабанбаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Радим Кәлимов, Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: