+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ғинуар 2020, 15:40

“Салауат Юлаев” – “Динамо”, биш ноль

“Өфө-арена” боҙ һарайында Латвиянан килгән хоккейысыларын еңделәр. Башҡорт егете Эдуард Ғиматов ике гол авторы.

“Салауат Юлаев” – “Динамо” (Рига) осрашыуына беҙҙең тренерҙар штабы йәш хоккейсыларҙы йәләп итте. Хатта ҡапҡасыла беҙ өйрәнгән Юха Метсола түгел, ә Андрей Кареев булды. Иҫәп 5:0. Владимир Жарков иҫәпте асып ебәрә. Икенсе мәрәйҙе Тему Хартикайнен, өсөнсөһән иһә Эдуард Ғиматов килтерҙеләр. Дүртенсе гол Алексей Кручинин иҫәбендә. Әйтергә кәрәк, был гол юлаевсылар командыһы өсөн уйнаған Кручинин өсөн беренсе булды. Бишенсе мәрәй авторы Эдуард Ғиматов.
Фото: “Салауат Юлаев” ХК
Читайте нас: