Аҙаҡҡы тапҡыр был ике команда үткән йылдың 9 октябрендә осрашҡайны. Беҙҙекеләр 1:2 иҫәбе менән ҡаҙаҡтарҙан еңелгәйне. Бөгөн нисек булыр? "Йәшел йөрәклеләр" еңер, тип ышанабыҙ. Ни тиһәң дә, беҙгә мәрәйҙәр бик кәрәк, сөнки Чернышов дивизионында "Салауат Юлаев" 3-сө урында килә, ә "Барыҫ" - 2-селә. Турнир баҫҡысының беренсе урынын Омскийҙың "Авангард" командаһы биләй.
2019-2020 хоккей миҙгелендә юлаевсыларҙың статистикаһы уртаса тип иҫәпләнә: 112 голды беҙҙекеләр индергән һәм 102 шайба беҙҙең ҡапҡаға индерелгән. Был "Салауат юлаев" командаһының һөжүмселәренең көслө булыуы, ләкин һаҡсыларҙың абайһыҙ уйнауын күрһәтә.