Беренсе осор бер ниндәй уңыштар килтермәне. Ә икенсе осор иһә Өфө командаһының йондоҙло егерме минутлығы булды. Дмитрий Кугрышев менән Никита Сошников берешәр мәрәй килтерҙе беҙҙең командаға.
Өсөнсө осорҙа көсөргәнешле уйын дауам итте тик “Адмирал”ға файҙа килтермәне. Иҫәп 2:0, юлаевсылар алда һәм плей-оффта ҡалыу өсөн юллама алдылар.
Беҙҙең ҡапҡасы сираттағы “сухарь” алды. Көйәрмәндәр Юха Метсоланы ҡотланы.
23 ғинуар Каҙанда "йәшер дерби" үтәсәк. "Аҡ Барс" - “Салауат Юлаев”. 21.30 сәғәттә телевизор аша осрашыуҙы ҡарарға онотмайыҡ!
Фото: “Салауат Юлаев” ХК сайтынан.