-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2020, 18:25

«Салауат Юлаев»тың алты уйынсыһы Өфөлә Биш милләт турнирында Рәсәй командаһында сығыш яһай

Киләһе аҙнала Рәсәйҙең, АҠШ-тың, Чехияның, Швецияның һәм Финляндияның юниорҙар йыйылмаһы Биш милләт турнирында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына килә.

Киләһе аҙнала Рәсәйҙең, АҠШ-тың, Чехияның, Швецияның һәм Финляндияның юниорҙар йыйылмаһы Биш милләт турнирында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына килә. «Өфө-Арена»ла Рәсәй флагын «Салауат Юлаев»тың алты уйынсыһы: ҡапҡасы Семен Вязовой, һаҡсылар Денис Ҡадиров һәм Василий Шумилов, һөжүмселәр Марк Андреев, Павел Дергунов һәм Никита Скоропад яҡлай. Турнир хужаларының юниорҙар йыйылмаһында бөтәһе 31 хоккейсы.

Команда составы тулыһынса 4 февралдә Новогорскиҙа күнекмәләргә әҙерлек тамамланғас билдәле була.

Уйындар теҙмәһе (Өфө ваҡыты):

5 февраль, шаршамбы

15:00 АҠШ — Чехия

19:00 Рәсәй — Швеция

6 февраль, кесаҙна

15:00 Швеция — АҠШ

19:00 Рәсәй — Финляндия

7 февраль, йома

15:00 Чехия — Швеция

19:00 АҠШ — Финляндия

8 февраль, шәмбе

15:00 Швеция — Финляндия

19:00 Рәсәй — Чехия

9 февраль, йәкшәмбе

15:00 Чехия — Финляндия

19:00 Рәсәй — АҠШ.

Читайте нас в