+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2020, 15:11

Баш ҡалабыҙҙа юниор хоккей командалары көс һынашасаҡ

Иртәгә баш ҡалабыҙҙа юниор хоккейсылар араһында биш милләт-ара турниры башлана. Әлеге ваҡытта йәш хоккейсылар Өфө ҡунаҡханаларына урынлаша

5-9 февралдә беренсе тапҡыр Өфөлә юниор хоккейсылар араһында биш милләт-ара турниры үтә. Унда Рәсәй, Финляндия, Швеция һәм АҠШ-тан 17 йәшкә тиклем хоккейсыларҙан торған йыйылма командалар ҡатнаша.
Матчтар "Өфө-Арена" боҙ майҙанында үтә, уларҙы Рәсәй хоккей федерацияһының сайтында һәм уның YouTube-каналында тура эфирҙа ҡарарға була.
Уйындар теҙмәһе:
5 февраль:
15:00 Финляндия - Чехия
19:00 Рәсәй - Швеция
6 февраль:
15:00 Швеция - АҠШ
19:00 Рәсәй – Чехия
7 февраль:
15:00 Чехия - Швеция
19:00 АҠШ - Финляндия
8 февраль:
15:00 АҠШ - Чехия
19:00 Рәсәй - Финляндия
9 февраля:
15:00 Швеция - Финляндия
19:00 Рәсәй - АҠШ
Читайте нас: