+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2020, 20:39

«Ағиҙел» Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы

Финалда Ҡытайҙаң «КРС Ванке Рэйз» менән көс һынаша. Финал уйындары Өфөлә Спорт һарайы боҙонда уҙғарыла. Коронавирус таралыуы сәбәпле, Ҡытайҙа матчтар үткәрелмәй.

Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы Рәсәй чемпионатында алтын миҙалдар яуланы һәм ял көндәрендә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы өсөн финал серияһын башлай. Кубок өсөн көрәштә Денис Афиногенов һәм Сергей Трудаков командаһының ярышташы — Ҡытайҙың «КРС Ванке Рэйз» коллективы.
Финал уйындары Өфөлә Спорт һарайы боҙонда уҙғарыла. Коронавирус таралыуы сәбәпле, Ҡытайҙа матчтар үткәрелмәй.
Финал серияһы уйындары теҙмәһе:
7 март, 13:00 – Спорт һарайы (Р. Зорге урамы, 41)
«Ағиҙел» – «Ванке Рэйз»
8 март, 12:30 – Спорт һарайы ( Р. Зорге урамы, 41)
«Ағиҙел» – «Ванке Рэйз»
11 март, 15:00 – «Өфө-Арена» (күнекмәләр һырғалағы, Ленин урамы, 114)
«Ванке Рэйз» – «Ағиҙел»
12 март*, 15:00 – «Өфө-Арена» (күнекмәләр һырғалағы, Ленин урамы, 114)
«Ванке Рэйз» – «Ағиҙел»
15 март*, 13:00 – Спорт һарайы (Р. Зорге урамы, 41)
«Ағиҙел» – «Ванке Рэйз»
*Уйындарҙың финал серияһы өс еңеүгә тиклем уҙғарыла. 4-се һәм 5-се матчтар кәрәк булған осраҡта ғына ойошторола. Өфө ваҡыты буйынса.
Фото: «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы
Читайте нас: