Плей-офф осрашыуында был ике команда өсөнсөгә осраштылар. Беренсе осрашыуҙа "Авангард" 5:2 иҫәбе менән еңде. Икенсе уйында юлаевсылар овертаймда 2:3 менән плей-офф иҫәбен тигеҙләне. Ике осрашыу ҙа Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында үтте, сөнки Омск ҡалаһының боҙ һарайы төҙөлөп бөтмәгән әле. Бөгөнгө өсөнсө осрашыу иһә Өфөлә үтте. 6:3 - "Салауат Юлаев" алға сыҡты!