+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2020, 21:27

"Салауат Юлаев"ҡа нимә булды?

Ике көн элек кенә "Салауат Юлаев" беҙҙе ныҡ ҡыуандырған ине, ә бына бөгөн көйәрмәндәрҙең балтаһы һыуға төшкән.

КХЛ беренселегенең плей-офф уйына ҡыҙғандан ҡыҙа бара. "Салауат Юлаев" менән "Авангард" алға сығырға тырышалар. Бөгөнгө "Өфө-Арена" боҙ һарайындағы осрашыу юлаевсыларҙың бәхет ҡошо Омск хоккейсыларының яурына ултырҙы. 1:5 уйын иҫәбе. Нимә булды беҙҙең командаға? Сериялағы иҫәп тигеҙләнде - 2:2. Кайһы команда дүрт тапҡыр еңә - шул юғары баҫҡысҡа күтәрелә.
Киләһе осрашыу Мәскәү өлкәһендә буласаҡ. 9 март киске сәғәт 7.00 телевизорҙарығыҙҙы ҡабыҙырға онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: