Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2020, 00:57

"Салауат Юлаев" - алға!

Бөгөн "Салауат Юлаев" - "Авангард" хоккейсылары бишенсегә осраштылар. Плей-офф уйындары иҫ китмәле тамаша. Юлаевсылар алға сыҡты!

Балашиха ҡалаһының боҙ һарайында 3:6 иҫәбе менән Өфө хоккейсылары еңеү яуланы. Петр Хохряков ике гол авторы. Берешәр мәрәй командабыҙға Филип Ларсен, Владимир Жарков, Сакари Маннинен, Владислав Картаев килтерҙеләр.
Дөйөм иҫәп 3:2. Хәҙер иһә 11 март "Өфө-арена" геү киләсәк. Матч сәғәт 19.00 башлана.
Көнсығыш конференцияһында "Аҡ барс" "Нефтехимикты", "Барыс" (Нур-Солтан) "Металург" (Магнитогорск) еңеп юғары баҫҡысҡа күтәрелделәр.
Фото: ХК Салават Юлаев сайтынан
Читайте нас в