+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2020, 23:44

"Салауат Юлаев" алға сыҡты!

КХЛ беренселегенең Көнсығыш конференцияһының сирек финалында "Салауат Юлаев" "Авангард" командаһын еңде.

4:1 иҫәбе менән әле генә юлаевсылар "Авангард"ты "ялға" ебәрҙеләр. "Салауат Юлаев" командаһынан Сакери Маннинен, Тему Хартикайнен, Дмитрий Кугрышев һәм Эдуард Ғиматов берешәр мәрәй командаға килтереүселәр. Был шәп һунар булды!
Хәҙер беҙҙе Көнсығыш конференцияһының ярым финалы көтә. Йәшел дерби - "Салауат Юлаев" "Аҡ Барс" менән финалға сығыу өсөн көрәшә. Ә ғәҙәттә, был ике команда уйындары ҙур аншлаг менән үтә.
Фото: Салауат Юлаев ХК
Читайте нас: