Континенталь хоккей лигаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә Гагарин Кубогы өсөн плей-офф уйындарын бер аҙнаға туҡтатып торорға тигән ҡарар ҡабул ителгән. Көтөлгән “йәшел дерби” ла күсерелә инде.
КХЛдың ярым финалында 8 команда ҡатнашырға тейеш, ләкин Kovid-19 (коронавирус) арҡаһындағы пандемия сәбәпле “Йокерит” (Финляндия) менән “Барыс” (Ҡазағстан) Гагарин Кубогы өсөн артабан көрәш алып бармаясаҡ.
Әлегә плей-офф уйындарында алты Рәсәй хоккей командалары ғына ҡалды. Артабанғы форматты КХЛ етәкселегә хәбәр итәсәк.