+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2020, 16:16

Линус Умарк: “Минең йөрәгем мәңге йәшел булып ҡаласаҡ!”

КХЛ беренселеге тамамланды тигән иғлан сыҡҡас “Салауат Юлаев” һөжүмсеһе Линус Умарк көйәрмәндәре менән һау буллашты.

Линус Умарк биш йыл буйына “Салауат Юлаев” хоккей командаһында уйнаны. 30 апрель 2020 йыл Линустың команда менән контракты тамалана. Үҙенең инстаграм сәхифәһендә Умарк көйәрмәндере менән һау буллашты.
“Был сезонда Гагарин Кубогы беҙҙеке була тип мин әйткән инем ләкин донъя хәлен белеп булмай шул. Кубок беҙҙеке булыр тип ныҡ ышанған инек. Мин һуңғы биш йыл донъя ҡимәлендәге хоккей клубында уйнағаныма ғорурмын. Баштан алып минең ғаиләмде ихлас ҡаршы алдылар. Өфө минең балаларымдың үҫкән ере һәм беҙҙең йөрәктә лә был ҡала мәңге һаҡланасаҡ. Ҙур рәхмәт көйәрмәндәргә! Һеҙ шәптәрҙең шәптәре, һеҙһеҙ хоккей күңелле булмаҫ ине. Ҡайҙа ғына мин уйнамаһам да мине йөрәгем мәңге йәшел булып ҡаласаҡ!” тигән Линус Умарк.
Фото: Линус Умарктың инстагрм сәхифәһенән
Читайте нас: