+2 °С
Облачно
Спорт
7 Июля 2020, 13:49

Шахбокс – яңы спорт төрө

Республикала яңы спорт төрөнөң федерацияһы ойошторола. Рәсәйҙең шахбокс федерацияһы 15 июнь 2020 йыл барлыҡҡа килгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шахмат менән бокс уйынын ҡушып яңы спорт төрө барлыҡҡа килгән. Был спорт төрөнөң ойоштороусыларының береһе Өфө егете, тренер-боксер Ришат Саяпов. Үткән ял Өфөлә шахбокс буйынса беренсе тапҡыр ярыштар үтте. Әлбиттә ул онлайн форматында ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Өфө ҡыҙы Юлиә Булгакова яуланы.
“Физик күнекмәләргә әҙерләнеүе минең өсөн еңел дә, тик бына шахмат минең өсөн еңел бирелмәй” тине Юлиә.
Фото: Юлиә Булгакова
Читайте нас