-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2020, 13:53

Шәкир быйылғы КХЛ беренселегенең сенсацияһы

“Салауат Юлаев” команданы һөжүмсеһе Шәкир Мөхәмәҙуллин лига тарихында 2002 йылғы уйынсыларҙаң беренсе булып гол индерҙе.

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы был сезонда өс уйын үткәреп – өс еңеүгә өлгәште. Беренсе Түбәнге Новгород ҡалаһының “Торпедо”һын 2:3 менән еңде. Шунан һуң Череповецк ҡалаһына барып урындағы “Северсталь” командаһын 1:4 менән ҡыйраты. Азаҡ Белорусь республикаһының баш ҡалаһы командаһы “Динамо”ны 3:4 менән өҫтөнлек алды.
Әлеге ваҡытҡа беҙҙең команда көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында өсөнсө урында. Юлаевсыларҙан алда "Авангард" (Омск) менән "Металлург" (Магниторгорск) командалары тора.
Киләһе осрашыу 9 сентябрь Мәскәүҙең “Спартак” командаһы менән. Матч Мәскәүҙә, "ЦСКА Арена" боҙ һарайында 21.30 башлана (Өфө ваҡыты).
Читайте нас: