Бөгөн "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" хоккей командаһы Силәбенең "Трактор"ын ҡабул итте. Был шәп һунар булды! Беҙҙең команда 3:1 иҫәбе менән ҡунаҡтарҙы еңде. Өфө командаһы һөжүмсеһе Никита Сошников командаға ике, Дмитрий Кугрышев бер мәрәй килтерҙеләр. Никитаға дубль эшләргә Шәкир Мөхәмәҙуллин менән Павел Коледов ярҙам итттеләр.
Әйтергә кәрәк, был осрашыуҙа "Толпар" һәр "Торос" хоккей командаларының йәш уйынсылары лә КХЛ-да көс һынап ҡаранылар, сөнки юлаевсыларҙың һөжүмселәре Теему Хартикайнен, Владимир Жарков һәм һаҡсы Григорий Панин матчта була алманылар.
Киләһе уйын 26 сентябрь. "Өфө-Арена" боҙ һарайында ҡунаҡта "Витязь" хоккейсылары.
фото: "Салауат Юлаев" хоккей командаһы сайтынан