+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2020, 00:58

Әмиров - афарин! "Салауат Юлаев" - "Сибирь"

Бөгөн "Салауат Юлаев" хоккей командаһы "Өфө Арена" боҙ һарайында Новосибирск ҡалаһынан "Сибирь"ҙы ҡабул итте.

Осрашыу башланғандан алып ҡунаҡтар юлаевсыларға тын алырға ла ваҡыт бирмәне. Беренсе осорҙа "Сибирь" ике мәрәйгә алға сыҡты. Икенсе осор беҙҙең хоккейсылар уянды. Иҫәпте тигеҙләнек тигәндә себер ҡунаҡтары бер мәрәйгә тағы алға сыҡты. Өсөнсө осор юлаевсылар иҫәпте тигеҙләнеләр. 3:3. Овертайм да еңеүсене билдәләмәне. Ҡапҡа һаҡсылары алышты беҙҙең Александр Скрынник еңеүсе булып сыҡты. Ныҡ торҙо. Бер гол дә индермәне. "Сибирь"ҙың иһә ҡапҡаһын, беҙҙең йәш йондоҙобыҙ, Родион Әмиров ҡына аса алды. Әмиров афарин! Еңеү гол уныҡы. Был еңеүгә тос өлөш индергән уйынсы - Илья Баранов. Илья ике гол авторы. Бер гол - Михаил Воробьев иҫәбенә. "Сибирь" командаһынан берешәр мәрәй Илья Морозов,Юусо Пуустинен һәм Олег Ли.
"Салауат Юлаев" - "Сибирь". 4:3. Ура! Беҙ еңдек!
Киләһе осрашыу 10 октябрь. Беҙҙә ҡунаҡта Мәскәүҙән ЦСКА
Фото: "Салауат Юлаев" ХК
Читайте нас: