+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ғинуар 2021, 13:10

“Себер”гә барҙым әле...

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы Новосибирскиға ҡунаҡҡа барып “Сибирь” хоккейсылары менән осрашты.

КХЛ беренселегенең юлаевсыларҙың сираттағы уйыны ла “йәшел йөрәкле” көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы. Матч беҙҙең файҙаға 1:3 иҫәбе менән тамамланды. Йәш хоккейсыларыбыҙ (Родион Әмиров, Данил Башкиров һәм Шәкир Мөхәмәҙуллин) донъя чемпионатынан ҡайтыуы лә беҙҙең командаға дәрт өҫтәне. Беренсе мәрәйҙе беҙҙең командаға Шәкир Мөхәмәҙуллин килтерҙе. Джефф Плэтт һәм Петр Хохряков берешәр гол индерҙе. Матч беҙҙең файҙаға 1:3 иҫәбе менән тамамланды.
“Салауат Юлаев”тың киләһе уйыны 14 ғинуарҙа Ҡаҙаҡстандың “Барыҫ”ы менән.
фото: “Салауат Юлаев” ХК
АЛҒА, ШӘКИР!
Читайте нас: