+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2021, 12:46

Өфө менән Рига сәкән киҫеште

"Өфө-Арена" боҙ һарайында КХЛ беренселегенең сираттағы уйыны үтте. "Салауат Юлаев" менән "Динамо" (Рига) осрашты.

"Динамо" өсөн был уйын легионарҙарҙын оҫталығын күрһәтеү булды. Плей-оффтан улар төшөп ҡалды, ә юлаевсылар өсөн был осрашыу иһә плей-оффта уңайлы урын алыу тип әйтәләр хоккей белгестәре.
Бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтәрғыс уйын күрһәттеләр. Өфө командаһы 3:0 менән еңеп барғанда Латвия хоккейсылары мөғжизәре рәүештә иҫәпте тигеҙләй. Уйын аҙағында иҫәп 4:4 ине. Өҫтәлмә осор ҙә еңеүсене билдәләмәне. Тиҡ һаҡсылар алышында (буллит) "Салауат Юлаев" отҡор булып сыҡты. 5:4 - юлаевсыларҙың сираттағы еңеүе.
Беҙҙең команданан: Павел Коледов, Родион Әмиров, Петр Хохряков, Тему Хартикайнен һәм Маркус Гранлунд берешәр мәрәй килтерҙеләр.
Киләһе осрашыу 7 февраль. Өфөлә беҙ Хабаровск ҡалаһынан "Амур"ҙы ҡаршы алабыҙ.
фото: "Салауат Юлаев" ХК
Читайте нас: