Бөгөн, 7 февраль, юлаевсылар шәп уйын күрһәтте - быйыл иһә Хабаровск ҡалаһы хоккей командаһын дүртенсе тапҡыр еңде. "Салауат Юлаев" - "Амур" 4:0. "Сухарь" булды.
Йәшел түгел ҡара кейем кейеп сыҡҡан юлаевсылар бик шәп тоттолар үҙҙәрен. Беренсе мәрәй Павел Коледов иҫәбендә. Икенсе гол Родион Әмировта һәм өсөнсе, дүртенсе мәрәйҙәр, КХЛ-дың иң шәп һөжүмсе Тему Хартикайненда. Афарин!
Киләһе уйын 18 февраль буласаҡ. Өфөлә йәшер дерби - "Салауат Юлаев" - "Аҡ барс".