+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2021, 23:40

"Салауат Юлаев" - алға!

Бөгөнгө йәшел дерби үтә шәп үтте. "Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Осрашыуҙың һуңғы секундында нимә булды ул? Мөғжизә!

"Өфө-арена" боҙ һарайы гөрләп торҙо. Көсөргәнешле һәм йәнле осрашыу, сөнки бөгөн "Салауат Юлаев" менән "Аҡ барс" сәкән киҫеште. Иҫәп - 3:2, был шәп һунар булды!
Беренсе осор штрафтарҙан башҡа бер нимә лә килтермәне. Икенсе осорҙа юлаевсылар беренсе булып гол индерҙе. Вячеслав Солодухин оҫталығын күрһәтте. Ләкин күп тә үтмәй Ҡаҙан хоккейсылары иҫәпте тигеҙләй. Өсөнсө осорҙа Филип Ларсен Өфө командаһын алға сығарыуы булды, ҡунаҡтарҙың капитаны Данис Зарипов иҫәпте йәнә тигеҙләй. Бөтәһе лә өҫтәлмә осор булыр тип көткәндә беҙҙең һөжүмсе Александр Кадейкин, финал ҡыңғырыуына бер секунд ҡалғанда "Аҡ барс" ҡапҡаһына гол индереп Өфө командаһына еңеү килтерә. Афарин!
Киләһе осрашыу 20 февраль. "Өфө-арена" боҙ һарайында. "Салауат Юлаев" Ҡытай хоккейсыларын, "Куньлунь ҡыҙыл йондоҙ"ҙо ҡабул итәсәк. Уйын 19.00 сәғәттә башлана.
фото: "Салауат Юлаев" хоккей клубы сайтынан.
Читайте нас: