+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2021, 13:27

"Салауат Юлаев" Ҡытай хоккейсылары менән осрашты

"Куньлунь Ҡыҙыл йондоҙ" командаһын "Өфө-арена" боҙ һарайында "йылы" ҡабул иттеләр.

Яңыраҡ ҡына "Аҡ барс" хоккейсылары менән көсөргәнешле сәкән киҫешкәндән һуң юлаевсыларҙын хәле ҡалмағандыр тип хәбәр итте бнлгестәр. Ләкин "Салауат Юлаев" етенсе тапҡыр инде еңеүсе булып сыҡты. Әлбиттә "Куньлунь Ҡыҙыл йондоҙ" КХЛ-дың турнир таблицаһының түбәнгә рәтендә торған команда, ләкин иҫләйһегеҙҙер, был миҙгел уйындарын юлаевсылар тап ошо команда менән уйын башланы һәм еңелде. Ҡытай хоккейсылары үҙенсәлекле уйнайҙар. Тик "Салауат Юлаев" был юлы һынатманы. Иҫәп 5:4.
Беҙҙең командағә еңеү килтереүсе хоккейсыларыбыҙ: Сакари Маннинен, Даниил Башкиров, Александр Кадейкин (ике тапҡыр гол) һәм Павел Коледов.
Киләһе уйын 23 февраль була. Юлаевсылар Рига ҡалаһында урындағы "Динамо" менән осрашасаҡ.
Читайте нас: