+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2021, 12:39

Бер-бер артлы туғыҙынсы еңеү

"Салауат Юлаев" хоккейсылары Мәскәү өлкәһенең Балашиха боҙ һарайында "Авангард" командаһы менән сәкән киҫеште.

"Авангард" Омск ҡалаһының командаһы булһала үҙ уйындарын Балашихала үткәрә. Көйәрмәндәр нимә эшләйҙер, ләкин Өфө командаһының көйәрмәндәре һәр саҡ беҙҙең хоккейсылар менән. Беренсе осор командалар бик шәп тиҙлектәге уйын күрһәтте. Тырыша торғас юлаевсылар етеҙ булып сыҡты. Беренсе голды Тему Хартикайнен индерҙе. Был шәп гол булды, сөнки сирена ҡыңғырауына 5 секунд ҡалған ине!
Икенсе осор "Авангард" иҫәпте тигеҙләне. Тик өсөнсө осор "Салауат Юлаев" әлеге лә баяғы Тему Хартикайнен ярҙамында тағы ла алға сыҡты һәм уйын тамамлағансы алдынғыны бирмәне.
1:2. "Авангард" - "Салауат Юлаев".
Киләһе уйын 27 февраль була. Ярославль ҡалаһында урындағы "Локомотив" менән осрашасаҡбыҙ. Аҙаҡ беҙҙе плей-офф көтә. Салауат - алға!
фото: ХК "Салауат Юлаев"
Читайте нас: