+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2021, 12:31

Салауат - алға! Бөгөн плей-офф башлана.

Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарында "Салауат Юлаев" хоккейсылары Силәбе ҡалаһының "Трактор" командаһы менән сәкән киҫешәсәк.

2020-2021 КХЛ чемпионаты йомғаҡтары буйынса "Салауат Юлаев" Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының 4-се урынында тамамланы.
Плей-офф уйындарында КХЛ беренселеге көнсығыш конференцияһының сирек финалында юлаевсылар 3 һәм 5 мартта "Өфө-арена" боҙ һарайында Силәбенең “Трактор”ы осраша. 7 һәм 9 мартта Силәбелә уйындар дауам итәсәк. Мәғлүм булыуынса плей-оффта уйындар 4 еңеүгә хәтлем бара.
Уңыштар һиңә, "Салауат Юлаев"!
Осрашыу бөгөн 19.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас: