+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2021, 23:17

“Салауат Юлаев” - “Трактор”. Беренсе уйын

Бөгөн “Өфө-арена” боҙ һарайында көсөргәнешле осрашыу үтте. “Трактор” һөжүмсеһе арҡа менән гол индерҙе...

Беренсе осор шәп тиҙлектәр менән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы. Тик беренсе булып иҫәпте “Трактор” асты. Тик бер минут та үтмәне “Салауат Юлаев” иҫәпте тигеҙләй. Юлаевсыларҙың Владислав Картаев гол авторы. Баш ҡалабыҙ боҙ һарайы геү килде.
Икенсе осор Силәбе хоккейсылары өсөн уңайлы үтте. “Трактор” һөжүмсеһе Даниил Ильин беҙҙең ҡапҡасыға ҡамасаулап арҡаһы менән тиерлек Юха Метсоланың ҡапҡаһына гол индерҙе тип иғлан иттеләр. Тренерҙар һорауы ла һөҙөмтә бирмәне. “Салауат Юлаев”тың уйынын ике осор үткәс бик йомшаҡ тине. Уның менән килешмәйенсә булмай.
Өсөнсө осорҙа ла “Трактор”ға бәхет йылмайҙы.
Салауат Юлаев”- “Трактор” 1:3
фото: https://hcsalavat.ru/
Читайте нас: