Беренсе осор ике команда ла шәп уйын күрһәтте. Тик иҫәп 0:0 ҡалды. Икенсе осор командалар бик мажаралы уйын күрһәтте. Юлаевсы Родион Әмиров хатта шайба һәм ҡапҡасы менән ҡушы ҡапҡаға гол индерҙе, тик ул голды һанаманылар. Бик шәп гол ине былай... "Салауат Юлаев" оҙаҡ көттөрмәне. Тему Хартикайнкен иҫәпте аса. Өсөнсө осор тағы ла беҙҙең фин һөжүмсеһе Маркус Гранлунд командаға икенсе мәрәй килтерә. Өсөнсө голды Сакари Маннинен индерҙе. Иҫәп 0:3, "Салауат Юлаев" Силәбелә икенсе тапҡыр "Трактор"ҙы ҡоролай еңә!