+33 °С
Ясно
Спорт
11 Марта 2021, 17:21

Һау бул, "Трактор"! Киләһе осрашҡанға тиклем

Бөгөн "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" "Трактор" менән бишенсе тапҡыр сәкән киҫеште. Ура! Беҙ КХЛ-дың көнсығыш конференцияһының ярым финалына сыҡтыҡ.

Сирек финалда "Салауат Юлаев" менән Силәбе ҡалаһының "Трактор" хоккейсылары менән биш тапҡыр осрашты. Беренсе уйында ғына "Трактор"ға "бәхет йылмайҙы". Дөйөм иҫәп 4:1, юлаевсылар КХЛ-дың плей-офф уйындарында сирек финалға аяҡ баҫты, ә көнсығыш конференцияһында ярым финалдабыҙ. Кем менән осрашабыҙ? Магнитогорск ҡалаһынан "Металлург" Астананың "Барыҫ"ын еңә алһа беҙҙе "йәшел дерби" көтәсәк.
фото: ХК Салауат Юлаев
Читайте нас