-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2021, 23:06

"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Беренсе уйын

"Йәшел дерби" бөгөн Ҡаҙанда башланды. Юха Метсола арынымы әллә?

Беренсе осорҙа уйын тиң барған кеүек ине. Яртыһына еткәс юлаевсы Гргорий Панинға 2 минутлыҡ штраф сәпенеләр. "Аҡ барс" был мөмкинселекте файҙаланып бер мәрәй алды. Икенсе осор "Салауат Юлаев" өсөн бик насар тип әйтһәм дә дөрөҫ булмаҫ. Сөнки был осор Өфө командаһы өсөн ныҡ оят булды. "Аҡ барс" өс гол индерҙе. Бер гол дүрткә биш уйнағанда булды, беҙҙең ҡапҡасы бөтөнләй урынында ла булманы. Шуға ла Метсоланы Тарасов алмаштырҙы.
Өсөнсө осор беҙҙекеләр һөжүм артынан һөжүм эшләне, ләкин "Аҡ барс"тың ҡапҡасыһы таш кеүек торҙо. Иҫәп 4:1. "Аҡ барс" әлегә алға сыҡты.
Киләһе уйын 19 март.
фото: хк Салауат Юлаев
Читайте нас