+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март 2021, 23:50

"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Икенсе уйын

Бөгөн, 19 март, Ҡаҙан ҡалаһында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһының ярым финалы уйындарында "йәшел дерби" иң көсөргәнешлеһе. Беренсеһе беҙҙең өсөн яҡшы булманы...

Беренсе осор уйын бик көсөргәнешле булды. "Салауат Юлаев" беренсе булып гол индерҙе. Петр Хохряков Өфө командыһын алға сығарҙы. Икенсе осор "Аҡ барс" иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осор бер командаға ла мәрәй килтермәне. Уйын овертаймға күсте. Береһенең дә хәле ҡалмаған кеүек...
Өҫтәлмә ваҡытта "Аҡ барс" үткер булып сыҡты. 2:1, Ҡаҙан командаһы икеләтә алға сыҡты. Дөйөм иҫәп 2:0.
Киләһе уйын 21 март Өфөлә. Ышанабыҙ, үҙенең боҙ һарайында юлаевсылар һынатмаҫ!
фото: ХК Салауат Юлаев
Читайте нас: