+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2021, 17:29

Яҡташыбыҙ Рәсәй чемпионы!

Өфө биатлонсыһы Эдуард Латипов Рәсәй чемпионатында эҙәрлекләү ярышында еңде.

Өфө биатлонсыһы Эдуард Латипов Рәсәй чемпионатында ир-егеттәр араһында эҙәрлекләү ярышында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Чемпионат Ханты-Мансийск ҡалаһында бара. Яҡташыбыҙ ике тапҡыр яҙа атһа ла, 12,5 саҡрым араны 31 минут 46,6 секунд эсендә үтте.

Эҙәрлекләү ярышында икенсе урынды Матвей Елисеев яуланы. Семен Сучилов финишҡа өсөнсө булып килде, ләкин ике обойманы файҙаланыуы арҡаһында бронза миҙал алманы. Награда Максим Цветковҡа күсте.

Читайте нас: